Баймаҡ районында физкультурниктар көнө уңайынан күркәм спорт сараһы үтте. Старт һыҙығына Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил райондары, Сибай һәм Өфө ҡалаһы атлеттары баҫты.
Яңы арауыҡ һәм сираттағы еңеү. Икенсе йыл рәттән Талҡаҫ күле буйлап ярышта Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан Ғәҙел Булатов еңеү яулай. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты студенты 12 ярым саҡрым арауыҡты 43 минут та 38 секундта йүгереп үтә. Быйыл ул, уҙған йылға ҡарағанда, алты минутҡа алдан килде. Шуның менән спортсы яңы рекорд ҡуйҙы.
Талҡаҫ күле буйлап йүгереү матур йолаға әүерелгән. Йылдан йыл был ярышта үҙ көстәрен һынап ҡараусылар арта. Быйыл ул ике йөҙҙән ашыу спортсыны йыйҙы. Финишҡа икенсе булып Әбйәлил районы егете Зөлфәт Бараков килеп етте. Өсөнсө урынға Баймаҡ районынан Рәмзил Булатов лайыҡ булды.
Йыл да спортсылар ярыштан һуң экологик өмәгә ҡушыла. Был юлы ла улар «Экологик эштәр аҙналығы» республика акцияһы сиктәрендә ял итеү урындарын, күл буйын сүп-сарҙан таҙартты.
Һаулыҡ, таҙалыҡ һәм тәртип марафоны. 16 йыл рәттән Талҡаҫ күле буйында уҙғарылған йүгереү ярышын шулай тип атарға мөмкин. Әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыусылар үҙҙәренең физик мөмкинлеген генә һынап ҡалмай, экологик йәһәттән дә үҙ өлөштәрен индерә.
Әлфиә Хәмитова