Бер нисә районға 21 берәмек урман күҙәтеү техникаһы оҙатылды. Улар – «УАЗ - Фермер», «Лада Легенд» һәм «Лада Нива Тревел» маркалары. Көҙгө янғындар миҙгеле алдынан автомобиль парктарын тулыландырыу бигерәк тә мөһим. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһында.
Наил Әхмәтшин урман һаҡлауға 15 йыл ғүмерен бағышлаған. Был осорҙа законһыҙ урман ҡырҡыусыларҙы эҙәрлекләгән, айыуға ла юлыҡҡан мәлдәр ҙә булды, ти ул. Янғындарҙы иҫкәртеү ҙә – уның төп бурыстарының береһе. Тәртип боҙоусыларҙы баҫтырыу өсөн машина – уның төп ярҙамсыһы. Бөгөн урман һаҡсыһына өр-яңы «Нива»ның асҡыстар тапшырылды.
Ә бына Әбйәлилгә «Нива Трэвэл» оҙатылды. Ҡеүәтле һәм заманса техникаға районда ихтыяж ҙур. Быға тиклем район урман хужалығы паркында тик ике машина ғына иҫәпләнгән.
Ысынлап та, моделдең өҫтөнлөктәре күп. Хәүефһеҙлек маҡсатында машиналар «Глонасс» системаһына тоташтырылған. Унан тыш, техника шноркель менән йыһазландырылған. Был һыу ятҡылыҡтарынан үтергә мөмкинлек бирә. Былтырғы янғындар ваҡытында машинаны ярҙа ҡалдырып, йылғаларҙы кисеп йөрөргә лә тура килгәйне, тип иҫкә ала хеҙмәткәрҙәр.
Бөгөнгө сарала йәмғеһе 22 урман күҙәтеү техникаһынан асҡыстар тапшырылды. Был маҡсатта федераль бюджеттан 29 ярым миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Асҡыстар ҡулда. Машиналар хәҙер үк республиканын төрлө нөктәләренә оҙатыласак.
Быйыл урман хужалыҡтарына техника икенсегә тапшырыла. Яҙғыһын министрлыҡ ҡарамағындағы учреждениелар янғынғы ҡаршы көрәшеү өсөн ауыр техника менән тәьмин ителгәйне.
Рәзилә Ғиниәтуллина