Ошо уңайҙан республиканың төп телеканалында «Археостан» исемле тапшырыуҙар шәлкеме эфирға сыға башланы. Ул Башҡортостандағы фәнни экспедицияларҙы, археологик ҡаҙыныу эштәре тураһында бәйән итә.
Тәтешле районында өйрәнелгән Ураҙгилде ҡаласығы археология өлкәһенең яңылығынан һанала. VI-VII быуат Бахмутин мәҙәниәтенә ҡараған ҡомартҡы объекты сит ил халыҡтарын да ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Боронғо тарихты ғына түгел, археологик ҡаҙыныу эштәре, шулай уҡ ул саҡтағы мәҙәниәтте үҙ эсенә ала. Бөгөнгө сараны асыҡ һауалағы дәрес, тип әйтһәң дә яңылыш булмаҫ. Мәктәп уҡыусылары бығаса ишетеп белгән ҡаласыҡты үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Балаларҙан бигерәк, педагогтар ҙа археологтар һөйләүен йотлоғоп тигәндәй тыңланы.
Бынан ары дәрес темаһын да ул бөгөн үҙе төшөргән фотоларға таянып аңлатасаҡ. Әйткәндәй, боронғо ҡаласыҡ тураһындағы мәғлүмәт тә Рәсәй ғалимдарына тап мәктәп уҡытыусыһы тарафынан мәғлүм була. Һигеҙ тиҫтәһен ваҡлаған замандашыбыҙ әлеге көндә Кушнаренко районында йәшәй. Ул башҡорт археологияһының атаһы, Өфөнө илдең иң боронғо ҡалаһы булыуын артефакт менән дәлилләгән Нияз Мәжитовтың уҡыусыһы.
Ураҙгилде ауылы эргәһендәге археологик ҡомартҡы ул ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле. Бығаса белгестәр бындай төр ҡаласыҡҡа юлыҡмаған. Ул ҡәлғә формаһында эшләнгән. Бында ниндәйҙер ҡомартҡы барлығын балсыҡ төрөнә, ҡатламына ҡарап та төҫмөрләргә мөмкин. Ә инде табылған керамик көнкүреш әйберҙәре тарихты төплө өйрәнергә этәргес бирә.
Әлеге артефакттар, урындағы халыҡты ғына түгел, сит ил вәкилдәрен дә ҡыҙыҡһындыра.Тарихи коллекция бигерәк тә башҡорттар менән бер дәүерҙә Көньяҡ Уралда йәшәгән мадъярҙарҙың иғтибарын йәлеп иткән...
Азат Ғәлиуллин