Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтан Эдуард Әхмәтовҡа Жуков миҙалын тапшырҙы

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булған. Оператив кәңәшмә барышында республиканың социаль-иҡтисади хәле, тышҡы сауҙа әйләнеше, ауыл хужалығына бәйле һорауҙар ҙа күтәрелде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Ғорурланырлыҡ яҡташтарыбыҙ күп. Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Эдуард Әхмәтов ил президенты Указына ярашлы Жуков миҙалы менән бүләкләнде. Радий Хәбиров ефрейторға наградаһын тапшырып, Ватан алдындағы бурысты лайыҡлы үтәгәне өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Төбәк етәксеһе махсус операцияла ҡатнашып ҡайтҡан хәрбиҙәрҙең тәжрибәһен дәүләт һәм граждандар хеҙмәтендә файҙаланырға ҡушты. Әгәр ҙә балалар менән эшләргә теләктәре бар икән, улар мәктәп директорҙарының патриотик тәрбиә буйынса кәңәшсеһе булып эшләй ала.

Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров мәктәптәрҙә ил президенты башланғысы менән ойошторолған капиталь ремонт барышын айырыуса контролгә алырға ҡушты. Финанстар күп бүленгән, белем усаҡтары 1 cентябргә әҙер булырға тейеш. Яңы уҡыу йылында дәүләт флагын күтәреү һәм гимн башҡарыу тантанаһын да етди уҙғарыу талап ителде.

Республика менән идара итеү үҙәгендә ойошторолған ултырышта "Уңайлы мөхит" программаһы буйынса башҡарылған эштәр ҙә билдәләнде. Әйтәйек, былтыр мөмкинлектәре сикләнгән пассажирҙар өсөн махсус йыһазландырылған 220 берәмек автобус һатып алынған. Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген күтәреү буйынса саралар ҙа күреләсәк.

Уҙған йыл менән сағыштырғанда, тәүге яртыйыллыҡта Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше – 19, ә экспорт күләме 25 процентҡа  артҡан. Сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу өҫтөндә һөҙөмтәле эш алып барыла.

Яңы иҡтисади шарттарҙа Башҡортостан предприятиеларының үҫеш темптары кәмемәй. "Альтернатива" пластмасса изделиелар заводы ла республика ярҙамы менән тауар экспорты буйынса Азия илдәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлек булдыра.

Оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау темаһы ла күтәрелде. Һуңғы ете көндә коронавирус менән ауырыу кимәле 65 процентҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта ревакцинация темптары буйынса республика илдең иң яҡшы төбәктәре исемлегендә.

Республикала коронавирус буйынса хәл тотороҡло, бер ни тиклем үҫеш күҙәтелә. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сентябрь аҙағы-октябрь башында сирҙең таралыу темптары артыуы көтөлә. Ковид-19 инфекцияһына ҡаршылыҡ күрһәтеп, коллектив иммунитет булдырыу өсөн иһә вакцина етерлек кимәлдә.

Гөлназ Хәйбуллина