Юл ҡағиҙәләре, янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт стендтарының барлығын һәм башҡа ҡағиҙәләрҙең үтәлеше иғтибар үҙәгендә. Белем усағында видеокүҙәтеү булырға тейеш.
Бөгөн комиссия Өфөнөң 116-сы мәктәбен яңы уҡыу йылына ҡабул итте. Тикшереүселәр сафында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар мәктәп янынан үткән юлда билдәләр барлығын иғтибар итә.
Балалар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү "Берҙәм Рәсәй" партияһының эшсе төркөмө лә үҙ күҙәтеүенә ала. Бөгөн уның ағзалары, төрлө ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында ултырыш үтте. Улар балалар баҡсалары, мәктәптәр янында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлеше тураһында фекер алышты.
Рәмилә Исмәғилева