Саҡмағош районының "Базы" хужалығы уртаса республика күрһәткестәренән ике тапҡырға күберәк ужым бойҙайын урып-йыя. Агрономдар әйтеүенсә, мул уңыш алыуҙың нигеҙе – баҫыуҙарҙы тейешле кимәлдә эшкәртеүҙән тора.
Көндәрҙең эҫе тороуына бәйле, бер юлы иртә культуралар ҙа йыйыла. Борсаҡ баҫыуҙарынан тупланған уңыш бураға һалынған да инде. Әле "Базы" хужалығы сираттағы ужым орлоҡтарын сәсеүгә әҙерләнә.
Әйткәндәй, Башҡортостан ауыл хужалыҡтары ужым культураһын сәсеүгә төштө. Әле 20 мең гектар майҙанға арыш ултыртылған. Сиратта ужым бойҙайы. Бөгөн эштәр республиканың 24 районында алып барыла. Ужым культураһын сәсеүҙә Дыуан районы хужалыҡтары алдығынлыҡты биләй. Улар ҡуйылған пландың 70 процентын үтәгән. Шулай уҡ Дәүләкән, Миәкә, Көйөргәҙе һәм Тәтешле райондарын ла эштәр көйлө бара.
Әлфинә Килдейәрова