Республикала Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса фельдшер-акушер пункттары яңыртыла

Заманса ФАП биналары техник яҡтан да йыһазландырыла. Республикала 2025-се йылға тиклем медицинаны модернизациялау «Сәләмәтлек» милли проекты тормошҡа ашырыла. Төбәктәрҙә фаптарҙы заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу һәм халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү хаҡында киләһе яҙмала.

2025 йылға тиклем республикала 22 медицина обьектын барлыҡҡа киләсәк. Улар араһында 10 поликлиника, 2 ауыл табиб амбулаторияһы, ике үҙәк район дауаханаһы, 8 капиталь фельдшер акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана.Мәсетле районында ике медицина учреждениеһы Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса ике йыл элек файҙаланыуға тапшырылған. Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Баба ауылдары халҡына заманса иркен, яҡты һәм бөтә уңайлыҡтары булған биналарҙа беренсел медицина ярҙамы күрһәтелә.

Мин 2020 йылдың мартынан алып бөтө уңайлыҡтары булған шарттарҙа эшләйем. Элек мин пациенттарҙы иҫке мәктәптә медпункт итеп ҡулайлаштырылған бинала ҡабул иттем. Канализиция үткәрелмәгән ине, һыуҙы көйәнтәләп үҙемә ташырға тура килде. Ҡышҡы һалҡындарҙа тәҙрә һәм ишектәр туңа ине.Ә хәҙер эшләү өсөн шарттар бар.

Ирина Салмаева, фельдшер

  Ирина Салмаева яңы тыуған сабыйҙар сәләмәтлеген ай һайын күҙәтеп тора. Бынан тыш, өлкән быуын вәкилдәрен ҡабул итә. Юғары ҡан баҫымынан интеккән хаҡлы ялдағылар иғтибарлы, үҙ эшенең оҫтаһы булған фельдшерҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һала. Процедураларҙы ла ҡалдырмай йөрөргә тырыша. Әлеге ваҡытта яҡты, иркен, уңайлы бинала медицина ярҙамын алыусылар уңайһыҙ шарттарҙа нисек дауаланғандарын ҡурҡыныс төш кеүек хәтерләй.

 Быйыл тағы ла авария хәлендәге 44 ашыу фельдшер акушерлыҡ пункты  урынына модуллеләрен ҡороу күҙаллана. Фаптарҙан тыш, райондарҙа  башҡа өлкәләрҙә лә  медицинаны камиллаштырыу  башҡарыла.

Быйыл Бөрөлә, Өфөнөң Затон биҫтәһендә ике ҙур поликлиника файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Медицина учреждениелары халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын яҡынайтырға киң мөмкинлектәр аса.Туғыҙ дауаханала капиталь ремонт үткәреләсәк.

Айрат Рәхмәтуллин, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры

 Быйыл республикала 22 яҡын эре медицина обьекттары сафҡа индереләсәк. Уларҙа эшләү өсөн кадҙар мәсәьләһе лә актуаль. Ауылдар һәм ҡасабаларға йәш белгестәрҙе эшкә ҡайтарыу сәйәсәтенә өҫтөнлөк бирелә. Медицина хеҙмәткәрҙәре рәттәрен ике йөҙҙән ашыу белгес тулыландырасаҡ, тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова