Тәбиғәттең матурлығын һаҡлап...

Хәйбулла районында йәшәүселәр Башҡортостанда ойошторолған «Экологик эштәр аҙналығы»на ҡушылды. Улар Һаҡмар һәм Быҙаулыҡ йылғалары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты.

Өмәлә урындағы хакимиәт, мәҙәниәт һәм мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр – барлығы 80 кеше ҡатнашты. Улар көсө менән биләмәлә 30 кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйылған.

Гөлназ Хәйбуллина