Ошо уңайҙан, Баймаҡ районы Билал ауылында республикала беренсе тапҡыр йылҡысылар ярышты. Сараға Әбйәлил, Бөрйән һәм Өфө районы вәкилдәре махсус саҡырылғайны. Улар алдан билдәләнгән маршрут буйынса ат һыбай йөрөү оҫталығы күрһәтте.
Йылҡы малын өйрәтеү, егеү, йүгәнләү кеүек айырым бәйгеләр ойошторолдо. Ярыш еңеүселәренә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Азат Ғәлиуллин