7 йәшлек Ислам 500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнеп донъя рекордын ҡуйҙы. Уның ҡустыһы дүрт йәшлек Имран да турникта 100 тапҡыр әйләнеп үҙ йәше өсөн юғары һөҙөмтәгә өлгәште. Балаларҙы спорт рухында тәрбиәләгән ғаилә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.
500 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнгән Ислам Зәйнетдинов ҡуйылған маҡсатына ирешеп күҙ йәштәрен йәшерә алмай. Көслө рухлы, тырыш малай был рекорды ҡуйыу өсөн бер нисә йыл әҙерләнгән. Уның шатлығының сиге юҡ, сөнки әле Рәсәйҙә балалар араһында был һөҙөмтәне бер кем дә ҡабатлай алмаған.
Ҡаран-Ҡункаҫ ауылында йәшәгән Зәйнетдиновтарҙың көндәлек тормошонда спорт ҙур урын биләй. Ғаилә башлығы Айгиз Зәйнетдинов көрәш буйынса донъя чемпионы. Урындағы спорт мәктәбендә тренер булып эшләгән оҫта, улдарын да сәләмәт тормош яҡлы, көслө рухлы итеп тәрбиәләргә тырыша. Дүрт йәшлек Имрандың турникта йөҙ тапҡыр күтәрелеп әйләнеуе лә был ниәтте иҫбатлай. Кескәй спортсы ағаһына, атаһына ҡарап юғары һөҙөмтәләргә ирешергә теләй.
Имран менән Исламды рекорд күрһәткестәр менән ҡотларға килгән туғандар араһында Заһир Зәйнетдинов. Билдәле сәхнә оҫтаһы балаларҙың спортка һөйөүе менән һоҡланып, ғорурлыҡ хистәре менән уртаҡлашты. Музыкант әйтеүенсә, сәләмәт тормош һәм физик күнекмәләр ниндәй генә һөнәр һайлаһаң да шәхси үҫешкә ыңғай йоғонто яһай.
Малайҙарҙың рекордтары ауылда йәшәүсе балалар өсөн өлгө булып тора. Ихатаның шау-гөр килеп торғанына Зәйнетдиновтар күнегеп бөткан.
Уҙған йылда Ислам Зәйнетдинов 320 тапҡыр турникта күтәрелеп әйләнгәндән күрһәткәстәрҙе Гиннесс рекорды китабына ебәрәләр . Үкенескә, техник күрһәткестәр буйынса дөрөҫ төшөрөлмәгән видеояҙма ҡабул ителмәгән. Быйыл малай яңы рекорд теркәп, талап ителгән форматтағы видео ебәрергә әҙерләнә. Бәлки Гиннесс китабы тиҙҙән Миәкә районында йәшәгән һәләтле егеттәр исеме менән тулыланыр.
Флорида Ким