Рәсәйҙә 10 һәм унан күберәк бала тапҡан ҡатын-ҡыҙҙарға «Герой әсә» исеме бирелә

Уларға махсус орден һәм миллион һум аҡса тапшырыла.

 Ил президенты Владимир Путин ошо турала Указға ҡул ҡуйҙы. «Герой әсә» исеме СССР-ҙа 1944 йылда булдырыла. Был наградаға 400 меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ лайыҡ була.

Һуңғы тапҡыр орден 1991 йылда тапшырыла. Быйыл июндә Владимир Путин был исемде тергеҙергә тәҡдим итте.