Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе 4 йәшлек малайға ҡиммәтле генетик тикшереү үтергә кәрәк

Алан Вәлиев балалар церебраль фалижы менән яфалана. Ул үҙ аллы йөрөй ҙә, һөйләшә лә алмай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Русфонд» хәйриә фонды менән берлектә иғәнәләр йыйыу буйынса проектҡа сарт бирә. Генетик тикшереү үтеү өсөн 170 мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Алан Вәлиев балалар церебраль фалижы менән яфалана. Ул үҙ аллы йөрөй ҙә, һөйләшә лә алмай. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Русфонд» хәйриә фонды менән берлектә иғәнәләр йыйыу буйынса проектҡа сарт бирә. Генетик тикшереү үтеү өсөн 170 мең һумға яҡын аҡса талап ителә. Ентекләберәк киләһе яҙмала.

Махсус һайланған физик күнекмәләр эшләү Алан Вәлиевтың көндәлек режимына ингән. Аяҡ-ҡулдарҙы яҙыу әсәһенең ярҙамында ғына эшләнә. Тыуғандан һуң өс көн үткәс, баланың бер яҡ үпкәһе асылмағаны асыҡлана. Аланды тартышыу өйәнәге борсой башлай. Сабый реанимацияға күсерелә, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырыла. Ләкин мейеһендә шешенеү күҙәтелә башлай.

Алан – тыуғандан алып йәшәү өсөн көрәшә. Белгестәр ҙур өмөт бирмәһә лә, ул үҙ аллы ашарға, һыу эсергә һәм башын тоторға өйрәнә. Тәүге көндәрҙән алып сабыйҙы неврологтар күҙәтә, төрлө препараттар яҙып бирә. Ләкин һөҙөмтә юҡ, ти малайҙың әсәһе. Өҫтәүенә, Аландың күреү мөмкинлеге лә насарая башлай, күҙҙәренә операция яһала. Баланың ата-әсәһе Өфө, Мәскәү, Һамар һәм Краснодар белгестәренә мөрәжәт итә. Малай йыш ҡына төрлө терапия һәм реабилитация курстарын үтә.

Табиптар Аланда генетик эпилепсия булыуына шикләнә. Быны тикшереү өсөн ҡиммәтле тикшереүҙәр үтергә кәңәш ителә. Уның хаҡы 167 мең 515 һум. Вәлиевтарҙың ғаиләһе өсөн был сумма күтәрә алырлыҡ түгел. Аланға һеҙ ярҙам итә алаһығыҙ. Бының өсөн экранда күрһәтелгән куар-код аша үтергә, йәғни ДЕТИ һүҙен яҙып 5542 һандары буйынса иғәнә ебәрергә мөмкин.

Смс- хәбәр ебәргән осраҡта телефон счетынан 75 һум аҡса сиселәсәк. Әйткәндәй, беҙҙең телевизор ҡараусыларҙың мәрхәмәтлеге Ева Туйчиеваға ярҙам иткәйне. Ҡыҙ тураһында сыҡҡан репортаждан һуң, кәрәкле сумма йыйыла. Еваға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Алан да бындай ярҙам алыуына өмөтләнә, уның тиҙерәк һауығыуын бер туған апаһы ла теләй.

Вәлиевтар ғаиләһе мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына өмөтләнә.

Әлфинә Килдейәрова