Өфөлә быйыл көҙ Ташкент көндәре уҙа

Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. - Үзбәкстан менән мөнәсәбәттәрҙе  яҡшыртабыҙ. Ташкент ҡалаһы башлығы менән Өфөлә  Ташкент көндәрен уҙғарыу тураһында килештек. Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү, сәнәғәт  предприятиелары булдырыу, туризм өлкәһендә берҙәм инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырырға мөмкин,-ти Башҡортостан хөкүмәте рәйесе. Ике республика араһында  тауар  әйләнеше уҙған йылда  113 миллион доллар булған.  Быйыл ул  6,9 процентҡа  артҡан.