Өфөнөң 450 йыллығы алдынан спорт объекттары төҙөлә

Эштәр барышын вице-премьер Ирек Сәғитов ҡараны. Көрәш үҙәге төҙөлөшө  билдәләнгән план буйынса бара, әле уның нигеҙе һалынған. Ҡыйыҡлы футбол манежы  70 процентҡа әҙер. Ул быйыл файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Ишкәкселәр өсөн комплекс төҙөлөшө 20 процентҡа теүәлләнгән. Өфөнөң 450 йыллығы  2024 йылда  билдәләнә.