Башҡортостанда тиҙҙән юлдар ремонтланасаҡ райондар аталды

 Был тема  Республика Башлығы  уҙғарған "Транспорт сәғәте"ндә ҡаралды. Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарында юлдар тәртипкә килтерелә. Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр  Булушев  белдереүенсә, бындағы биләмәләрҙә 2 мең ярым  километр юл бар. Уның 60 процентына асфальт түшәлгән. Быйыл район юлдарын тәртипкә килтереү өсөн 1 миллиард  600 миллион һум бүленгән. 62 километр юлды  ремонтларға  иҫәп тотола.