Ошо уңайҙан Баҡы ҡалаһында юбилей саралары үтә. Унда Рәсәйҙән байтаҡ сәнғәт әһелдәре, шул иҫәптән Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов ҡатнаша. Мөслим Магомаев Өфөлә лә сығыш яһай. Уның концерты 1973 йылдың апрелендә була. Журналистарға биргән интервьюһында Мөслим Мөхәмәт улы баш ҡала тураһында тәьҫораттары менән уртаҡалаша. “Бик гүзәл һәм заманса ҡала. Ул хатта ябай эш көндәрендә лә матур итеп биҙәлгән”, - ти артист. Концерт Спорт һарайында үтә. “Йырсыға сығыш яһау өсөн ҡатмарлы урын. Әммә Өфө тамашасыһының йылы һәм ихлас ҡабул итеүе миңә көс бирҙе. Шатланып эшләнек, еңел булды”, - ти Мөслим Магомаев.