«Фән сәғәте»ндә көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Донъя кимәлендәге Евразия фән һәм мәғариф үҙәген үҫтереү, шулай уҡ республикала офтальмология кластерын ойоштороу мәсьәләһе республика хөкүмәтендә үткән «Фән сәғәте»ндә ҡаралды. Кәңәшмә республика башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үтте.

Фән һәм мәғариф үҙәгенең идарасы компанияһы әле Өфөлә вуз-ара кампус төҙөлөшөнә инвестиция проекттарын һайлап алыуҙа ҡатнашыу өсөн мөрәжәғәт әҙерләгән. Конкурс һөҙөмтәһендә федераль үҙәк тарафынан проектты ғәмәлгә ашырыуға бүленгән финанслау күләме билдәләнә.

Объекттар комплексын проектлау 2022 йылда башлынарға тейеш. Быға тиклем Рәсәй хөкүмәте Башҡортостанда мәғариф һәм фән үҙәгенең вуз-ара кампусы төҙөлөшө проектын хуплағайны. Ултырышта ҡатнашыусылар шулай уҡ Башҡортостанда офтальмология кластерын ойоштороу мөмкинлектәре ҡараны.

Проект Башҡорт дәүәл медицина университетында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшенереү институты һәм Аллоплат федераль үҙәге көстәре менән берлектә башҡарыла.