Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәһен боҙоусыларға штраф күләме бер мең һум кимәлендә билдәләнгән. Баш ҡаланың 21 урынында сатраш һыҙаттар һыҙыла һәм урам киҫелештәренә хәрәкәтте күҙәтеүсе камералар урынлаштырыла. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Өфөнөң йәнле урындарының береһе. Октябрь проспекты менән Галле ҡалаһы урамы киҫелеше. Яңыраҡ ҡына бында Башҡортостан буйынса Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы Ҡала хакимиәте менән берлектә сатраш һыҙат һыҙа.
Сатраш һыҙаттар менән бер рәттән юл киҫелештәрендә камералар урынлаштырыла. Хәҙер юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға «бәхет хаттары» килә башлаясаҡ. Ләкин был системаға старт биреү менән быға тиклем дә тәртип боҙоусыларға яза бирелмәгәнлекте аңлатмай. “Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында”ғы кодексҡа ярашлы, алда тығын булған юл киҫелешенә сығып, башҡа транспорт сараларына ҡаршылыҡтар тыуҙырған осраҡта бер мең һум штраф һалына.
Ошо арала сатраш һыҙаттар Беренсе май һәм Ульяновтар, Космонавтар һәм Комаров, Киров һәм Ленин урамдары, Өфө шоссеһы менән Индустриаль шоссеһы кеүек йәнле киҫелештәрҙә һыҙыласаҡ.
Юл хәрәкәтендәге киләһе яңылыҡ – пассажир ташыусы автобустарға ҡағыла. Хәҙер Октябрь проспекты буйлап йөрөгән автобустарҙың тиҙлеге сәғәтенә 50 километрҙан ашмай. Тейешле юл билдәләре урынлаштырылған, төҙәтмәләр ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын теркәгән ҡоролмаларға ла индерелгән.
Ҡала хакимиәтенән аңлатыуҙарынса, был ысул пассажир ташыусы транспорт менән авария осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирәсәк. Иң мөһиме, автобустарҙы көтөү ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡалған.
Әлфинә Килдейәрова