Быға тиклем «Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер»леген уңышлы күрһәткән граждандарға «алтын» билдәләр тапшырылды. Наградаға 24 кеше лайыҡ булды. «Уңыш» стадионында волейбол, баскетбол, мини-футбол, стритбол, шашка буйынса ярыштар ҙа ойошторолдо.
Еңеүселәр диплом һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Хәйбулла районында хоккей ҙа үҫешкән. Һәүәҫкәр командалар тупланған.
Гөлназ Хәйбуллина