Башҡортостанда миллион тонна ярым иген йыйылған

Уртаса гектар ҡеүәте – 31 центнер. Ҡайһы бер участкаларҙа был күрһәткес ике тапҡырға юғары. Ужым культураларына килгәндә, район хужалыҡтары арыш һәм бойҙайҙы урып-һуғыуҙан тыш, сәсеүгә лә төшкән. Архангел районы баҫыуҙарындағы ураҡ барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Баҫыуҙа ужым арышы менән вика тип аталған ҡуҙаҡлы культура бергә сәселгән. Ауыл эшсәндәре билдәләүенсә, ашлыҡ массаһы ауыр, шуға комбайндар ҙа һуғыу эштәрен күпкә яй алып бара. Хужалыҡтың сенаж соҡорҙары тулған, әлеге участкалағы уңыш орлоҡҡа ҡалдырылған.

Архангел районының Сабитов исемендәге крәҫтиән-фермер хужалығында быйыл ураҡ эштәре мең гектар майҙанда башҡарыла. Ҡеүәтле техника менән Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары идара итә. Денис Сәлимгәрәев икенсе йыл практикаға ҡайтҡан, механизатор һөнәрен бик оҫта үҙләштергән.

«Үҙәк» машина-технология станцияһында ла ужым культуралары йыйыла. Арыш майҙандары тулыһынса эшкәртелгән, хәҙер бойҙайға сират. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, гектарынан уңыш ҡеүәте юғары.

Республика элеваторҙары ике миллион тонна иген ҡабул итергә әҙер. Ауыл хужалығы предприятиелары биләмәләрендә ошо уҡ күләмдә уңышты һаҡлауға яңы ангарҙар төҙөлөшө бара. Быйылғы уңыш муллығы менән айырыла. Көнәнә алтмышар гектар баҫыу майҙандары эшкәртелә.

Республика хужалыҡтары ужым культураларын сәсеүгә лә төштө. План буйынса быйыл биш йөҙ мең гектар майҙанда ергә орлоҡ һалынырға тейеш. Әле дөйөм майҙандың яҡынса ете процентында эштәр тамамланған. Архангел районы ауыл эшсәндәре августың тәүге көндәренән үк киләһе йылдағы уңышты ҡайғырта башлаған.

Архангел районында сәсеүлек майҙандарын арттырыу, эшкәртелмәгән ерҙәрҙе файҙаланыуға индереү буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Киләһе йылдарҙа өҫтәмә биш мең гектар участканы әйләнешкә индереү ҡаралған.

Гөлназ Хәйбуллина