Республика көнөнә арналған байрам саралары ковидҡа ҡаршы сикләүҙәрҙе иҫәпкә алып үтә

Башҡортостан Башлығы 11 октябрҙе билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Муниципаль берәмектәргә уға әҙерлекте тәьмин итеү, йәрминкәләр уҙғарыу, күсмә сауҙа ойоштороу ҡушылды. Бөтә тантаналы саралар санитар-эпидемиология талаптарына ярашлы үтергә тейеш. Республика көнө Башҡортостанда ял тип иғлан ителгән. Быйыл 11 октябрь шишәмбегә тура килә.