Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы 29 авгусҡа тиклем ғаризалар ҡабул итә. -Быйыл ярҙамды киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Транспортлау сығымдарының бер өлөшө бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларына ғына түгел, башҡа компанияларға ла ҡаплана. Бер предприятие иң күбе 9 миллион һум ала, - тип белдерҙе Республика хөкүмәте етәксеһе Андрей Назаров.