Унда янғын һүндереүселәр, эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары, авария-ҡотҡарыу бригадалары ҡатнашты. Күнекмәлә вице-премьер Ирек Сәғитов булды. Уның әйтеүенсә, әҙерлекте даими тикшереп торорға кәрәк. Төрлө хеҙмәттәрҙең берҙәм эшләү мөмкинлеге ҡарала. Быға тиклем ошондай күнекмәләр Белорет, Өфө райондарында, Өфө ҡалаһында уҙғарылған.