Бөгөн Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин ойоштороу комитеты ултырышын уҙғарҙы. Уның әйтеүенсә, 11 октябрҙә төп сара Совет майҙанында була. Рәсәй геройы Миңлеғәли Шайморатовҡа һәйкәл асыла. Ошонда уҡ "Геройҙар заманы" тигән Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар фестивале финалы уҙғарыла. Совет майҙанындағы саралар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтелә.