Газда эшләгән моторлы техниканы хеҙмәтләндереү буйынса ҙур сервис үҙәген төҙөү пландары менән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бүлеште.
Радий Хәбиров бөгөн Үзбәкстанда. Урта Азия дәүләтендә ул газ яғыулығы инфраструктураһы менән яҡындан таныша. Башҡортостан экологик яҡтан таҙа яғыулыҡ һәм транспорт төрөн үҫтереүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу белдерә, киләһе йылда Башҡортостанда тағы ла 10 зәңгәр яғыулыҡ ҡойоу станцияһы асыу күҙаллана, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы.
Газ яғыулығы ҡойоу станциялары һаны буйынса Башҡортостан Ростов өлкәһе менән бер рәттән илдә алдынғы урындарҙы биләй.
Рафиҡ Әхмәтшин