Үтә алмаҫлыҡ урында тиҙ таралған ут менән көрәшкә дүрт берәмек техника, Ка-32 вертолеты, 15 кешенән торған шәхси состав йәлеп ителде. Янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусыларҙың берҙәм эшен БЮТ ижади төркөмө лә күҙәтте.
Сценарий буйынса, Нуриман районында биш гектар майҙанда тәбиғи янғын сыҡҡан. Ел йүнәлеше үҙгәреүсән, шуға уттың урман һәм яр буйындағы объекттарға күсеү хәүефе юғары. Умарталыҡта йөрөгән ике кеше зыян күреп өлгөргән. Участкаға тиклем янғын һүндереү машиналарында барып етеп булмай - юлдар юҡ. Шуға авария-ҡотҡарыу хеҙмәте катерында кешеләрҙе эвакуациялау ҡарары ҡабул ителә. Янғынға ҡаршы хеҙмәт тә һыуһаҡлағыстан һыу алып, ут менән көрәшкә сыға.
Үтә алмаҫлыҡ урында янғынды һүндереүгә Ка-32 вертолеты ла йәлеп ителде. Уның баны биш мең литр һыуға иҫәпләнгән. Осоу аппараты ике тапҡыр һауаға күтәрелеп, горизонталь һәм вертикаль ысулдар менән утҡа ҡаршылыҡ күрһәтте.
Күнекмә барышында вертолет экипажы, ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәрҙең эше юғары баһаланды. Шартлы янғын эҙемтәләре ҡыҫҡа ваҡытта юҡ ителә.
Ноябрҙә Нуриман районы Павловка ауылында ҡотҡарыусылар өсөн база асыу планлаштырылған. Объекттағы төҙөлөш барышы менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та танышты. Ер эштәре тамамланыу алдында. Киләһе аҙнала эҙләү-ҡотҡарыу отряды бинаһының каркас модулдәрен монтажлау башлана
Гөлназ Хәйбуллина