Башҡортостан башлығы Республика көнөн билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Муниципаль берәмектәргә Башҡортостан һәм Рәсәйҙең дәүләт символикаһы менән урам, майҙандарҙың биҙәлешен тәьмин итеү, йәрминкәләр уҙғарыу, күсмә байрам сауҙаһын ойошторорға ҡушыла.
Барлыҡ тантналы саралар ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр һәм санитар эпидемиология талаптары нигеҙендә үтә. Республика көнө Башҡортостанда ял көнө тип иғлан ителгән. Быйыл ул шишәмбегә тура килә.