Өфөнөң «Умарта» йәмәғәт үҙәгендә «Уңайлы мөхит» булдырылды

Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү Фонды һәм бағыусылар ярҙамы менән учреждениеға ингән урында пандус ҡуйылды. Социаль ойошма Кәрим Хәкимов урамындағы элекке училище бинаһында урынлашҡан.

Кабинеттар иркен, мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн  нәфис-һөнәрселек  оҫтаханалары эшләй. Үҙәктә шөғөлләнеүселәрҙе велосипедта йөрөргә лә өйрәтәләр. Хәҙер пандус ярҙамында өс тәгәрмәсле транспорт сараһын урамға сығарыу ҙа күпкә еңелерәк.

Үҙәктә «Тимур һәм уның командаһы» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Психологик үҫеше тотҡарланған өлкәндәр өсөн көндөҙгө күнекмәләр үткәрелә. Грант аҡсаһына оҫтаханалар яңы ҡорамалдар менән байытылған, шулай уҡ үҙәктә шөғөлләнеүселәр өсөн ял бүлмәһе ойошторолған. Мөмкинлектәре сикләнгән йәштәр сара ҡунаҡтарын ижади эштәре менән таныштырҙы, шулай уҡ концерт программаһы тәҡдим итте.

Гөлназ Хәйбуллина