Башҡорт дәүләт медицина университетында йәйге хирургия мәктәбе ойошторола

Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары яңы уҡыу йылы алдынан теоретик һәм практик белемен, инглиз, рус телдәрендә лекциялар тыңлап нығыта. Төрлө телдәрҙә иркен аралашҡан, буласаҡ табиптар менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Буласаҡ хирургтар оҙайлы йәйге каникулдарҙан һуң әмәлиәт өлкәһендә теоретик һәм практик белемдәрен нығыта. Аудиторияла лекциялар рус һәм инглиз телдәрендә яңғырай. Уларҙы ике телде лә яҡшы белгән өлкән курс студенттары уҡый. Аудиторияла лекцияны 250-нән ашыу студент тыңлаһа, ә ҡалғандарына ер шарының төрлө нөктәһенән онлайн форматҡа  ҡушылған.

Мин Мысырҙан. Бында икенсе йыл белем алам. Киләсәктә хирургия өлкәһендә эшләйәсәкмен. Был мәктәп бик файҙалы.

Әхмәт Хәлиф, Башҡорт дәүләт медицина университетының 2-се курс студенты

Мин күрше Силәбе өлкәһенән, беҙҙең университет ойошторған йәйге хирургия мәктәбендә шөғөлләнергә килдем. Был мәктәп хирургия буйынса төплө белем алырға мөмкинлек бирә. Иэ мөһиме бында уҡыу бушлай.

Динара Хәлимова, Башҡорт дәүләт медицина университетының 4-се курс студенты

Медицинаның ауыр ҙа, яуаплы ла өлкәһен һайлаған йәштәр иртәнге ундан алып төшкө бергә тиклем теорияны нығыта. Билингваль лекцияларҙан һуң икенән алтыға тиклем 15-20 кешенән торған төркөмдәрҙә практик күнекмәләр үтә.

Лапроскопия әмәлиәтен үткәреү өсөн манипуляторҙар, нейрохирургия өсөн микроскоптар һәм башҡа инструменттар грант аҡсаларына алынған. Ике телдә лекциялар тыңлау,  аралашыу студенттарға бөтә ер шары буйлап дуҫтар табырға, иң яҡшы клиникаларҙа стажировка үтеүгә киң мөмкинлектәр аса.

Хирургия мәктәбендә практик күнекмәләр һәм теоретик дәрестәр компетенцияһынан тыш, тел өйрәнеү кимәле лә күтәрелә. Рәсәй студенттарына инглиз телен яҡшы үҙләштереү, ә сит илдекеләргә беҙҙең тормошҡа яраҡлашыу еңелләшә. Беҙҙең юғары уҡыу йортон тамалаусыларға бөтә илдәрҙә лә иң яҡшы клиникалар, дауалау учреждениелары ишектәре асыласаҡ.

Рәсүл Фаршатов, Башҡорт дәүләт медицина университетының сит ил студенттары менән эшләү буйынса деканы

Йәйге хирургия мәктәбе Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры тәҡдиме менән үткәрелә. Йәйге зирургия мәктәбе студенттарҙың каникулдары файҙалы һәм әүҙем үткәреү маҡсатын ҡуйыла

Башҡорт дәүләт медицина университетының йәйге хирургия мәктәбендә 250 ашыу студент белем ала һәм тәжрибә туплай. Рус һәм инглиз телендә алып барылған лекциялар студенттарға ике телдә белемдәрен нығытырға булышлыҡ итә . Тыуған яҡтарына ҡайтҡас та улар араһында хеҙмәттәшлек дауам итер тип күҙаллана.

Гүзәл Борханова