Украиналағы махсус операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындарына ярҙам күрһәтелә

Ул Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса башҡарыла. Шаран районынан ете кеше ҡораллы көстәр сафына баҫҡан.

Уларҙың өсөһө Саҡты ауылынан, бер урамда йәшәүселәр. Александр Доставалов исемендәге батальон составында үҙ теләге менән махсус операцияға китеүсенең инвалид атаһына урындағы эшҡыуар ике йөк машинаһы утын килтерҙе.

Ярҙамға килергә һәр ваҡыт әҙербеҙ. Беҙ дядя Диманы яңғыҙын ҡалдырмайбыҙ.

Владислав Актимиров, шәхси эшҡыуар

Шатбыҙ, ҡыш сығыр өсөн утын һорап мөрәжәғәт иткәйнек, беҙҙең үтенес шунда уҡ үтәлде. Туғаным Украинаға үҙе теләп китте, хәҙер уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

 Гөлдәниә Атнаҡаева

Рәмилә Исмәғилева