Фалиж һуҡҡан пациенттарға өр-яңынан һөйләшергә, атларға өйрәнеү өсөн бер ни тиклем ваҡыт табип һәм белгестәр ярҙамы кәрәк була. 21-се ҡала дауаханаһында медицина реабилитациялау үҙәге 6 йыл элек асылған.
Бында йыл һайын 900 ашыу пациент аяҡҡа баҫтырыла. Реабилитациялау үҙәгендә ауырыуҙарға нидәй ярҙам күрһәтелә? Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Реабилитацияны ни тиклем иртәрәк башлаһаң, пациенттың сәләмәтлеген нығытыу өсөн шул тиклем яҡшыраҡ. Яңынан һөйләшергә, атларға өйрәнеү. Дәүләкәндән 66 йәшлек Нәсимә Ғимранова йыл эсендә дүрт тапҡыр реабилитация бүлегендә дауаланып, табибтар, логопед ярҙамы менән аяҡҡа баҫа.
Баш мейеһендә ҡан әйләнеше боҙолоуы, терәк-хәрәкәт системаһында йәрхәттәр алыу, баш һәм арҡа мейеһе травмалары, эре быуындарҙа эндопротездар урынлаштырғандан һуң бында пациенттар реабилитация үтә ала. Алексей Золотарев урамда йығылып янбаш һөйәген һындыра.
Ҡатмарлы әмәлиәт үткәрә, һөйәктәр үҫкәнен көтә. Ғәҙәти йәшәү рәүешенә геройыбыҙ декабрь айында ғына ҡайта. Башта аяғында ла баҫып тора алмаған булған. Өсөнсө тапҡыр реабилитация үткәндән һуң, ҡултыҡ таяҡтарын бөтөнләй ташларға өмөтләнә.
Палаталағы ауырыуҙар универсаль шәфҡәт туташтары оҙатыуында дауалана.
Ҡаты сирҙән һуң аяҡҡа баҫыу өсөн ике аҙнанан ашыу ваҡыт талап ителә. Әммә ҡайһы берҙә был дауалау курсы ғына әҙ булыуы ихтимал. Күпселек осраҡта пациенттар профилле бүлектән һуң бында яңынан килә. Мультидисциплинар бригада эсендә –психотерапевтар, логопедтар, дауалау физкультуоаһы инструкторҙары. Психотерапевтың йылы һүҙе лә пациенттарға тиҙерәк аяҡҡа баҫырға булышлыҡ итә.
Ҡаты сирҙе еңеүгә ышаныс пациенттарға икенсе ғүмер өҫтәй. Иң мөһиме – ауырыуҙың һауығыуға өмөтө көслө булырға тейеш. Һикһән прцент осраҡта һауығып сафҡа баҫыу, ғаиләңә ҡайтыу пациенттың рух ныҡлығына бәйле. Яҡындары, туғандары ярҙамы һәм йылы мөнәсәбәте лә реабилитация осорон еңеллек менән үтергә булышлыҡ итә, ти, белгестәр.
Гүзәл Борханова