Башҡортостанда «Оҙон ғүмерлелек» программаһы буйынса экскурсиялар дауам итә

Иглин районы пенсионерҙары Благовещен районындағы Успенский Свято- Георгиевский ирҙәр монастыре, Нуриман районындағы Ҡыҙыл шишмә паркы һәм Свято-Троицкий ҡатын-ҡыҙҙар монастыре маршруты буйлап үтте.

2020 йылдан тормошҡа ашырылған проект буйынса өлкән быуын вәкилдәре Башҡортостанда бушлай сәйәхәт итә. Хаҡлы ялдағыларға транспорт бүленә, иҫтәлекле урындар тураһында һөйләп оҙатып йөрөүсе бар. Программа буйынса йыл аҙағына тиклем 11 меңдән ашыу пенсионер тыуған яғыбыҙҙың матур урындарына барып ҡайта ала.   

Рәмилә Исмәғилева