Павловка һыуһаҡлағысы биләмәһендә янғын һүндереү буйынса күнекмә ойошторолдо. Үтеү ауыр булған урында тиҙ таралған ут менән көрәшкә бер нисә берәмек техника, КА-32 вертолеты, 15 кешенән торған шәхси состав йәлеп ителде. “Бындай тәжрибәләр оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтНоябрь айында Нуриман районы Павловка ауылында ҡотҡарыусылар өсөн база асыу ҡарала. Объекттағы төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов танышты. Киләһе аҙнала эҙләү-ҡотҡарыу отряды бинаһының каркас модулдәрен монтажлау башлана.