Павловка һыуһаҡлағысы янында янғын һүндереү буйынса күнекмә ойошторолдо

Үтә алмаҫлыҡ урында тиҙ таралған ут менән көрәшкә бер нисә берәмек техника, Ка-32 вертолеты, 15 кешенән торған шәхси состав йәлеп ителде. “Бындай тәжрибәләр оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә”, - ти Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Ноябрь айында Нуриман районы Павловка ауылында ҡотҡарыусылар өсөн база асыу ҡарала. Объекттағы төҙөлөш барышы менән Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов танышты. Киләһе аҙнала эҙләү-ҡотҡарыу отряды бинаһының каркас модулдәрен монтажлау башлана.