Радий Хәбиров дауаханаларға ҡорамалдар алыу тураһында социаль селтәрҙә яҙҙы

  - Бүздәк  үҙәк  район дауаханаһына  яңы компьютер томографы  алынды. Медицина ойошмаларын заманса  ҡорамалдар менән тәьмин итәбеҙ. Иң мөһиме - халыҡ  һаулығы, шуға  ҙур  иғтибар бүләбеҙ.  Быйыл республика  дауаханаларына  1 миллиард  370 миллион  һумлыҡ  1 мең ярымдан ашыу  ҡорамалдар  алыу  планы  ҡуйылған, - тип  яҙа Радий  Хәбиров.