Хирург пациенттарының береһе, полиция хеҙмәткәренә компенсация түләүҙәрен алыуға булышлыҡ күрһәтеү өсөн ярҙамын тәҡдим итә.
Мәсьәлә ыңғай хәл ителгәндә ул түләнәсәк аҡсаның өстән бер өлөшөн яҡынса бер миллион һумды үҙенә талап итә. Ришүәтте алғанда медицина-санитар бүлеге табибын Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре эләктерҙе.
Осраҡ буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Ғәйепләнеүсе өлөшләтә ғәйебен таныған. Әле уға ҡарата сикләү сараларын ҡулланыу мәсьәләһе хәл ителә. Эске эштәр министрлығында осраҡ буйынса эске тикшереү бара.
Рафиҡ Әхмәтшин