«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты ял итеү өсөн яңы мөмкинлектәр аса

Өфөнөң Ҡашҡаҙан паркында пенсия йәшендәге халыҡ өсөн тамашалар ойошторола. Бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ретро йырҙар менән байытылған сарла БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ла булды.

Күңелһеҙләнеп ултырырға бында урын юҡ. Дәртле ретро йырҙарҙы ишетеп аяҡтар үҙҙәре бейергә төшә, ти халыҡ. Өфөнөң яңыртылған Ҡашҡаҙан паркында оло йәштәгеләр өсөн кисәләр үткәреү йолаға инәсәк. Оло йәштәгеләрҙең һаулығын нығытыуға, социаль әүҙемлек осорон оҙайтыуға йүнәлтелгән сара «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты исеме аҫтында ғәмәлгә ашырыла.

Ысынлап та, ҡыҙыҡлы тамашаны күреп йәштәр үтеп кенә китә алмай. Улар ҙа төрлө милләт бейеүҙәрен өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

Проект йәшәү сифаты, уҡытыу, туризм, ижад кеүек төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Былтыр эпидемиологик ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” проекты сиктәрендә ойошторолған сараларҙа 495 меңдән ашыу оло йәштәге кеше ҡатнашҡан.

Республиканың һәр районында тиерлек яуаплы хеҙмәткәрҙәр билдәләнгән, 43 муниципаль район һәм ҡала округтарында саралар планы раҫланған. Өфөлә үткән тамашаны Салауат районы ағинәйҙәре лә биҙәне. Ул ғына ла түгел, ағинәйҙәр баш ҡалаға хыялдарын тормошҡа ашырырға тип килгән. Улар шул тиклем әүҙем, теләктәрен бойомға ашырыусы кеше генә кәрәк, ти Көнһылыу Ғәлиева.

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты саралары китапхана, мәҙәниәт йорттары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, мәғариф учреждениелары нигеҙендә үткәрелә. Бынан тыш, республика буйлап бер көнлөк сәйәхәттәр ҙә ойошторола. 

Пенсия йәшендәгеләр өсөн бындай тамаша һәр йома киске сәғәт алтыла «Ҡашҡаҙан» паркында үткәреләсәк. Бынан тыш, баш ҡаланың һәм Башҡортостан райондарының парктарында ла бындай саралар ойоштороу планлаштырылған.

Әлфинә Килдейәрова