Илебеҙ төрлөлөгөн, милләттәр гөлләмәһе сағыулығын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған сара оҫталыҡ дәрестәре, викториналар, төрлө сәнғәт коллективтарының күркәм сығыштары менән үрелеп бара.
Илебеҙҙең үҙәге булған Кремль һарайы Ҡыҙыл майҙан эргәһендәге Зарадье апркында барған фестивалгә Мәскәү халҡы һәм күп һанлды туристар тамаша ҡыла. Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ҡыҙыл майҙан янында башҡорт тирмәһен ҡорҙо.
Унда халҡыбыҙҙың шанлы үткәне, көнкүреше, мәҙәниәте хаҡында ентекләп бәйән итеү, башҡортостандың туризм ҡеүәте менән танышытырыу мөмкинлеге бар. Үҙенсәлекле экспозиция әле баш ҡалала йәшәгән милләшттәштәребеҙ өсөн дә тартыу көсөнә эйә.
Рафиҡ Әхмәтшин