Өфөнән 19 йәшлек Илмира Сәлимова «Нева һылыуҡайы» халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһенең финалына үткән

Яңы бейеклеккә ынтылып... Өфөнән 19 йәшлек Илмира Сәлимова «Нева һылыуҡайы» халыҡ-ара матурлыҡ һәм оҫталыҡ бәйгеһенең финалына үткән. Конкурста  инвалид коляскала йөрөгән ҡыҙҙар ҡатнаша.

Яҡташыбыҙ Башҡортостан данын лайыҡлы яҡларға әҙерләнә, махсус рәүештә милли костюм тегелгән. Әлегә селтәр һәм ҡашмауҙы биҙәү өҫтөндә эш алып барыла. Тормош һынауҙарына бирешмәгән  һылыуҡай менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Стилләштерелгән селтәрҙе биҙәү, ҡашмау яһау тамамланыу алдында. Гөлвирә Сәлимова тулҡынланыуын йәшермәй, кесе ҡыҙы тәүге тапҡыр халыҡ-ара матурлыҡ һәм оҫталыҡ конкурсында ҡатнаша. 13 сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үтәсәк бәйге инвалид коляскаһында йөрөгән ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Илмира республика исеменән сығыш яһап, беренселек  яуларға йыйына.

«Нева һылыуҡайы» тип исемләнгән конкурс Рәсәйҙә 2016 йылдан алып уҙғарыла. Башҡорт дәүләт университеты студенты Илмира Сәлимова бәйгене күптән күҙәтеп барған, ҡатнашыуҙан бигерәк еңеү теләге ҙур була. Һәм ниһайәт яҡташыбыҙға уңыш йылмая. Финалға үткән.  Конкурстың ижади оҫталыҡ этабында ул «Ете ҡыҙ» риүәйәтен саф башҡорт телендә һөйләргә әҙерләнә. Милли кейем «Айлы» оҫтаханаһы ярҙамында махсус рәүештә тегелгән.

Конкурста ижади һәләттәрҙе күрһәтергә кәрәк. Илмира Сәлимова Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Йәмилә Бикбаеванан башҡорт бейеүе буйынса дәрестәр ала. Остаз билдәләүенсә, ҡыҙ сәғәттәр буйына залда шөғөлләнергә әҙер, ҡатмарлы хәрәкәттәрҙе лә тиҙ отоп алған. Репетициялар Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле учреждениеһы стеналарында үтә.

Илмира Сәлимова мөрәжәғәте буйынса, мәртәбәле конкурсҡа әҙерлектә төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, мәҙәниәт министрлыҡтары ла ярҙам иткән. 

Яҡташыбыҙ илдең төньяҡ баш ҡалаһында үтәсәк конкурста Өфөнөң матурлығы, биләмәлә туризм үҫеше менән дә таныштырасаҡ. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн булдырылған «Уңайлы мөхит» тураһында махсус рәүештә видеояҙма әҙерләнгән.

Гөлназ Хәйбуллина