Был турала Башҡортостан башлығы Урта Азия дәүләтенә сәфәр тәьҫораттары менән бүлешкәндә белдерҙе. Яҙма Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә урынлаштырылған. Әле Үзбәкстанға Өфөнән ике рейс бар.
Йәкшәмбе һайын самолеттар Ташкентҡа, шаршамбыла Наманганға оса. Өҫтәмә сәфәр асыу мөмкинлектәре лә өйрәнелә, тип билдәләгән Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге яҙмаһында.