Өфөлә бал йәрминкәләре уҙғарыла

Татлы ризыҡты Башҡортостандың төрлө район умартасылары тәҡдим итә. Йәрминкәләрҙең береһе баш ҡаланың Яҡутов исемендәге паркта үтте. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән яҙмала. 

Был уйынсыҡ һәр ваҡыт үҙем менән, ти умартасы Александр Романенко. Уның йырына күңел күтәрелә, һатып алыусыларҙың да иғтибарын йәлеп итә. Александр Сергеевич инде 40 йыл умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Яратҡан эш ялҡытмай. Быйыл ул һатып алыусыларға солоҡ һәм кәрәҙ бал тәҡдим итә.

Яҙғыһын бал булмай ҡуйыр тип борсолғайныҡ. Сөнки апрель, май һыуыҡ булды. 7 июль йүка ағастары сәскә атҡас ҡына бал ҡорттары ла йәнләнеп китте. Ғөмүмән, яҡшы уңыш йыйып алдыҡ. Шуға күрә күңел шатлана.

Александр Романенко, умартасы

Баш ҡаланың Иван Яҡутов исемендәге парк биләмәһендә “татлы” йәрминкә бер нисә йыл рәттән ойошторола. Унда республика умартасылары ҡатнаша. Нуриман районынан Татьяна Саханькова умартасылар династияһынан. Бала саҡтан атаһына һәм олатаһына ярҙам итеп үҫкәнгә күрә, бал ҡорттары менән уртаҡ телде ул еңел таба. Әле Саханьковтарҙың умартасылығында 120 күс бал ҡорттары иҫәпләнә.

Һөнәр һайларға тура килмәне, бала саҡтан уҡ умартасы булырымды белә инем. Беҙҙең ғаиләлә шулай ҡабул ителгән, һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ағайым менән икәүләшеп артыҡ һорау ҙа бирмәй, атайға ярҙамлаша инек. Миҙгел тамаланыуға хатта эш хаҡы ла түләй торғайнылар. Умартасылыҡҡа ҡыҙығып хәҙер улым да беҙгә эйәреп йөрөй.

Татьяна Саханькова, умартасы 

Йәрминкәлә балды тәмләп ҡарарға мөмкин. Һатып алыусылар араһында ҡала халҡы ғына түгел, башҡа төбкәтәрҙән ял итеүселәр ҙә бар. Улар тап Башҡортостандан башҡорт балын һатып алырға тип килгән.

Йыл һайын Өфөгә ял итергә киләбеҙ, бер ҡасан да балһыҙ ҡайтҡаныбыҙ юҡ. Үҙебеҙ Себерҙә йәшәйбеҙ. Әле йүкә һәм сәскә балын һатып алдыҡ. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа бал менән сәй эсәбеҙ, ауырыған саҡта дауаланабыҙ.

Юлиә Пашина

Өфөлә бал йәрминкәләре дауам итә. Татлы ризыҡты шәмбе һәм йәкшәмбе сәғәт ундан алып, киске дүрткә тиклем һатып алырға мөмкин. Ауыл хужалығы йәрминкәләренең графигы менән Ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға була.

Әлфинә Килдейәрова