«Первушино» аэродромында республикала халҡы өсөн сағыу тамаша ойошторолдо. Фестиваль программаһына «Йөрәк», «Вентилятор» кеүек юғары пилотаж элементтары, парашютистарҙың экстремаль сығышы, авиамоделдәр күргәҙмәһе ингән.
Вестибуляр аппаратты тикшереү өсөн махсус тренажер күптәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалманы. Теләгән һәр кем осоусы һөнәренә төшөндөргән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша алды.
Сарала ҡатнашыусылар тамаша ҡылыуҙан тыш, изге эшкә үҙ өлөшөн индерҙе. Хәйриә сиктәрендә йыйылған аҡса ҡатмарлы операцияларҙан һуң реабилитация үткән малайға йүнәлтеләсәк. Ә ҡайһы берәүҙәргә һауа караптарында осоп ҡарауҙы бәхете тейҙе.
Рәзилә Ғиниәтуллина