Юрий Гагарин исемендәге ял паркындағы сағыу тамаша 5 сәғәт дауам итә. Концертта башҡорт эстрадаһы артистары, ижади коллективтар сығыш яһап меңәрләгән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы.
Фестиваль Башҡортостан башлығы гранты һәм граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамы менән уҙғарылды. Музыкаль саранан тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким.
«Юлдаш» радиоһы тарафынан ойошторлған музыкаль фестиваль Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтә. Юрий Гагарин исемендәге ял паркы ысын мәғәнәһендә сәнғәт майҙансығына әйләнде. Бында бөтә тирә-яҡ «йондоҙҙар» сығыштарвнан менән балҡып тора.
Төбәктә дүртенсе тапҡыр үткәрелгән «Беҙ бергә» фестивалендә билдәле сәхнә оҫталары, ижади коллективтар сығыш яһаны. Йыр-моң, дәртле бейеүҙәр, конкурс-уйындар «Юлдаштар»зы тыңлаған тамашасыларзы һәр ваҡыттағыса дәртләндерҙе.
Фестиваль «Юлдаш» радиоһы менән «Галактика» күңел асыу комплексы менән берлектә үткәрелә. Парк майҙанында концерттан тыш, милли аш-һыуға, башҡорт ҡул эштәренә бағышланған үҙенсәлекле күргәҙмә, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Стәрлетамаҡта биш сәғәт дауам иткән концертта тамашасылар яратып тыңлаған билдәле йырҙар яңғыраны. Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең кәйефен күтәреу өсөн заманса хиттар башҡарылһа, өлкән йәштәге тамашасылар моңло ретро композицияларзы тыңлап йәшлеген иҫкә алды.
«Юлдаш» радиоһын Башҡортостанда ғына түгел, илдең күп төбәктәрендә йәшәүселәр яратып тыңлай. Тамашасыларзы тәүлек әйләнәһенә йөкмәткеле тапшырыуҙар, матур йырҙар менән ҡыуандырып торған радио сираттағы күләмле фестиваль ойоштороп, ҡунаҡтарға рухи ял сәғәттәре бүләк итте.
Флорида Ким