Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Ағиҙел, Яңауыл, Дүртөйлө һәм Ишембай ҡалалары йәмәғәт биләмәләрен булдырыуға федераль ҡаҙнанан 335 миллион һум аҡса аласаҡ. Улар һәр ҡаланың үҙенсәлеген сағылдырырға мөмкинлек бирә.
Ағиҙелдә күптән инде йәмәғәт транспорты йөрөмәй, ҡалалағы берҙән-бер туҡталыш арт-объектҡа әйләндерелгән. Уға ҡалһа ҡомло йылға яры үҙенсәлекле. Урбанистар уны ҡала үҙәгенә әйләндереү маҡсаты ҡуйған.
Сәхнә, барбекю биләмәһе, пляж волейболы майҙансығы, кәмәләр өсөн пирс төҙөү, тирә-яҡҡа алмағастар ултыртыу ҡарала. Яр буйын яҡтыртыу, мөмкинлектәре сикләнгәндән һәм велосипедта йөрөргә яратыусылар өсөн махсус һуҡмаҡтар һалыу ниәте лә бар.
Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү Ишембай ҡалаһында ла йәмәғәт биләмәһен яңыртыуға форсат бирә. Ҡасандыр балаларҙың яртҡан ял урыны булған үҙәк парк әле бушап ҡалған.
Каруселдәр күптән һүтелгән, фонарҙар тоноҡланған. Йәмәғәт биләмәһен яңыртыу мөмкинлеге халыҡ менән бергә хәл ителде. Йыйылыштарҙа йыш ҡына ҡыҙыу бәхәстәр күҙәтелде. Тауыш биреү үтте.
Һөҙөмтәлә парк мәғариф , спорт-һауыҡтырыу , балалар уйын зоналарына бүленә , бейеү майҙансығы барлыҡҡа килә. Арт-объект һәм фонтан урынлаштырыу пландары бар.
Яңауылда ҡаланың барлыҡ социаль объекттарын берҙәм теҙмәгә йыйырға ҡарар иткәндәр. Бейек кәртәләрҙе һүтергә, үҙәк майҙандан автомобиль туҡталҡаһын алырға һәм урам музейын булдырырға теләк бар. Яңауыл халҡы хәтирәләрен бер урынға туплау өсөн шкафтар ҡуйыу, ә урам бағаналарында киләсәк быуындарға яҙма мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкинлек буласаҡ.
Конкурс еңеүселәрен тәбрикләп, Башҡортостан башлығы был ҡаҙанышта муниципаль берәмектәр командаһы, Башҡортостандың ҡала һәм ауылдар үҫеше институты, йәмәғәтселек вәкилдәре һәм халыҡтың өлөшө ҙур булыуын билдәләне. 2019 йылдан бирле Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан 20 проект еңеп сыҡҡан. Һөҙөмтәлә Башҡортостанға 2 миллиард һум самаһы аҡса йәлеп ителгән.
Дүртөйлөләр иһә «Башҡортостандың йылға» ҡапҡаһын төҙөмәксе. Яр буйын яңыртыу, тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү ҡарала. Проекттарҙы бойомға ашырыу өсөн конкурста ҡатнашыусыларға 1 йыл ваҡыт бирелә.
Рафиҡ Әхмәтшин