Йәй – Башҡортостанда ҡымыҙ миҙгеле

Был осорҙа шифалы эсемлек бигерәк республиканың көньяғында күпләп әҙерләнә. Ҡылғанлы дала ерендә ҡымыҙ айырыуса тәмле була, ти белгестәр. Быуындан-быуынға милли эсемлек әҙерләү һәм бешеү серҙәрен һаҡлап килгән оҫта менән Баймаҡ районы Манһыр ауылында БЮТ хәбәрселәре лә осрашты.

Ата-әсә нигеҙен ҡоротмай изге ерҙе төбәк иткән Заһита Ғәбделварис ҡыҙы 45 йылдан ашыу бейә һауа. Тәүҙә әсәһенә ярҙам итә. Һуңғы йылдарҙа иһә ҡымыҙсылыҡ уның килем сығанағына әйләнә. Көнөнә 50-60 литр милли эсемлек етештерә ул.

Уңған хужабикә бейә һөтөн  көбөлә бешә. Бер ниндәй ҙә тәмләткестәр ҡушмай. Ыҫланған көбөлә бешелгән эсемлек үҙенсәлекле тәме менән айырылып тора.

Башҡорт халҡының милли эсемлегенә йылдың һәр миҙгелендә ихтыяж ҙур. Хәҙерге заман шарттарында, ҡымыҙҙы йыл әйләнәһенә эсергә мөмкин. Әммә йәйге эсемлек шифалы матдәләргә бай була.

Әлфиә Хәмитова