Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбендә күләмле ремонт эштәре аҙағына яҡынлаша

 Белем усағын төҙөкләндереү барышы менән БЮТ ижади төркөмө яҡындан танышты.

Программаға ярашлы мәктәптең эсе‐ тышы тулыһынса яңыртыла.Әлеге көндә электр селтәрҙәрен алыштырыу, бинаның ҡыйығын, фасадын яңыртыу, өсөнсө һәм икенсе ҡаттағы уҡыу бүлмәләрендә аҡлау буяу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Төҙөкләндереү эшенә 40‐ҡа яҡын эшсе йәлеп ителгән. Улар белем көнөнә мәктәпте файҙаланыуға тапшырыу өсөн бар көсөн һала.

Ремонт эштәренән мәктәп коллективы ла ситтә ҡалмай.Эш башланғанда ир‐егеттәр ярҙам күрһәтһә , хәҙер иһә ҡатын‐ҡыҙҙар уҡыу бүлмәләрен йыуып таҙалауҙа ҡатнаша.

«Мәктәп системаһын модернизациялау» федераль программаһы белем учреждениеһын яңы йыһаздар, ҡоролмалар менән дә тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Уның сиктәрендә физика, биология, информатика,рәсем, хеҙмәт һәм йыр кабинеттары яңырасаҡ. Шулай уҡ спорт залы өсөн махсус йыһаздар килеүе көтөлә.