Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов шулай тип белдерҙе. Уның әйтеүенсә, республикала әле 10 емеш баҡсаһы бар. Уларҙа йыл һайын 50-нән ашыу төр емеш үҫтерелә. Башҡортостанда "Бөрө алмаһы" тигән фестиваль уҙғарылып килә. Был байрам бөтә илдә танылыу алған, тине Илшат Фәзрахманов.