Башҡортостан хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров халыҡты Рәсәй флагы көнө менән ҡотланы

- Рәсәйҙең  дәүләт флагы  беҙҙең хәтер, йолалар символы  булып тора. Аҡ, зәңгәр,  ҡыҙыл төҫлө  флаг менән беҙҙең ил  300 йылдан ашыу  алға бара.  Ул  ике  тапҡыр башҡа  төҫтәр менән алмашынды, әммә  һәр ваҡыт халыҡ  хәтерендә  ҡалды  һәм урынын  алды.  Бөгөн  флаг патриотик  берләшәүе символына  әүерелде, - тип  яҙа социаль селтәрҙә  премьер-министр.