Өфөлә дәүләт флагы көнө айҡанлы тантаналы саралар үтте

Ил буйынса дәүләт флагына арналған патриотик саралар үтә. Дәүләт флагы көнө уңайынан Рәсәй халҡын ил Президенты Владимир Путин тәбрикләне, Башҡортостан Башлығы республика халҡын социаль селтәрҙәр аша ҡотланы. Олоһон-кесеһен, рухташтарҙы берләштергән саралар хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Рәсәй дәүләтенең символы булған өс төҫлө әләмдең тарихына өс быуаттан ашыу. Илебеҙҙең дәүләт флагы 17-се быуат аҙағында барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр ике башлы сәмреғош сигелгән байраҡ «Орел» хәрби карабында күтәрелә. Һуңынан Петр Беренсе указы нигеҙендә Флаг өлгөһө, горизонталь һыҙмаларҙың тәртибе раҫлана.

Өс төҫлө байраҡ 1991 йылдың 22 авгусында тергеҙелә. Президент Владимир Путин Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө уңайынан ил халҡына мөрәжәғәт итте. Флаг, гимн һәм герб менән бер рәттән илдең бойондороҡһоҙлоғон сағылдыра, күп милләтле ватаныбыҙҙың быуындар күсәгилешлеген нығыта, тип билдәләне, дәүләт башлығы ҡотлау телмәрендә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы көнө менән социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләре аша тәбрикләне.

«Рәсәй флагы – илебеҙҙең ҡеүәте һәм бөйөклөгө символы. Быуаттар дауамында дуҫлыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән, Ватаныбыҙҙы һаҡлаған, хөрмәт иткән  күп милләтле халыҡтың берҙәмлеге сағылышы. Әле Рәсәйгә ифрат ҙур баҫым яһала. Әммә беҙ бирешмәйбеҙ. Беҙ көслө, берҙәм. Барыбыҙҙы ла тыуған илебеҙгә ихлас һөйөү берләштерә. Бөтәһен дә байрам менән», – тип билдәләгән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй федерацияһының дәүләт флагы көнө уңайынан ҡотлауында.

Рәсәй Флагы көнө уңайынан Өфөнөң йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре Дуҫлыҡ монументында флешмоб үткәрҙе. Илһөйәрлек һәм ҡаһарманлыҡ акцияһында ҡатнашыусы олоһо-кесеһенең маҡсаты – реаль эштәр менән Рәсәй дәүләте символдарына ҡарата йылы мөнәсәбәтен күрһәтеү .

Дуҫлыҡ монументында илһөйәрлек акцияһында ҡатнашыусылар туҡымаға изге теләктәрен яҙҙы.

Илдең бар төбәктәренән, шулай уҡ Донецк, Луганск халыҡ республикалары, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең флагтарын ҡушып, Мәскәүгә Еңеү паркында Рәсәй флагы йәйеләсәк.

Һәр бер дәүләттең символдары бар. Беҙ Рәсәй Федерацияһының байрағын айырым ғорурлыҡ менән йөрөтәбеҙ. Махсус операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр флагты бронетехникаға ҡаҙай. Патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүсе йәштәрҙә лә илебеҙ байрағына хөрмәт һәм ихтирам тәрбиәләү маҡсаты ҡуйыла.

Марат Әҙеһәмов, « Десант һәм махсус тәғәйенләнеш ғәскәрҙәре» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе

Рәсәй флагы хаҡында киң мәғлүмәтле Рамаҙан Сөләймәнов бөгөнгө тантананы түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Сарала барлығы 40-тан ашыу автомобилист ҡатнашты. Уларҙың пассажирҙары Рәсәй байрағын ғорурлыҡ менән йөрөтә.

Дим биҫтәһендә Рәсәй флагына ойошторолған сарала ҡатнашыусылар ҡала урамдары буйлап аэропорт аша «Орион» майҙанына килеп туҡтаны. Халыҡ патриотик йырҙарҙан төҙөлгән концертты тамаша ҡылды.

Рәсәй байрағы өс төҫтә. Аҡ төҫ выждан сафлығын, намыҫ паклығын, зәңгәре-тоғролоҡто, ҡыҙыл төҫ ҡаһарманлыҡты аңлата. Йәштәребеҙ байраҡ хаҡында киң мәғлүмәтле булып, илебеҙ флагында сағылдырылғанса, яҡтылыҡҡа һәм изгелеккә ынтылып йәшәргә тейеш.

Гүзәл Борханова