Хәрби-патриотик майҙан Еңеү паркында старт алған автоуҙыштың һуңғы нөктәһе ине.
Сара Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысында ойошторолған. Колонна сафтарын 60-тан ашыу автомобиль тулыландырҙы. Уҙышта Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнашты.
«Патриот» паркында хәрби әҙерлек үтеүсе кадеттарҙы һәм байрамда ҡатнашыусыларҙы республиканың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин сәләмләп, байрам менән ҡотланы. Илебеҙҙең өс символының береһен ҙурлап майҙанда патриотик йырҙар яңғыраны, балалар ижади коллективтары ҡатнашлығында сағыу флешмоб үтте.
Рәзилә Ғиниәтуллина